«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үҙенсәлекле коллекция йыйыусы ҡулға алынды



17.06.2013 Үҙенсәлекле коллекция йыйыусы ҡулға алынды

Үҙенсәлекле коллекция йыйыусы ҡулға алынды Ошо көндәрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының БР буйынса Енәйәти эҙләү идаралығының ойошҡан енәйәткә ҡаршы бүлеге тарафынан ҡорал һаҡлаған өс ир ҡулға алынды. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре уларҙа 1938 йылда сығарылған сигнал наганы һәм кустар рәүештә хәрби патрондар менән атыуға үҙгәртелгән травматик пистолет тапҡан.
Тикшереү барышында ҡулға алынған ирҙәрҙең берәүһенең фатирында көбәге һырлы винтовка, һунар мылтығы, күп күләмдәге боеприпас барлығы асыҡланған. Ҡорал арсеналында ҡурғаш пулялар менән яһалып, травматик ҡоралға тәғәйенләнгән патрондар, кустар рәүештә яһалған хәрби патрондары менән травматик пистолет, һунар мылтығының көбәген һәм прикладын ҡырҡып эшләнгән «обрез» да булған.
Әйтергә кәрәк, бындай күләмдәге үлемесле табыштың эйәһе, уны туплау минең хобби, тип белдергән. Ир ҡорал эшләү технологияһын һәм тарихын өйрәнгән. Был «коллекционер» әлеге ваҡытта һаҡ аҫтында тотола, уға «Законһыҙ рәүештә ҡорал етештереү һәм һаҡлау» статьяһы буйынса иректән мәхрүм ителеү янай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға