«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Урман янғындары булмаһын өсөн



10.06.2013 Урман янғындары булмаһын өсөн

Урман янғындары булмаһын өсөн
Урман янғындары һәм улар килтергән бәләләрҙе булдырмаҫ өсөн РФ Дәүләт Думаһы тиҙҙән урманда ял итеүҙе тыясаҡ. Ошо хаҡтағы закон проекты тиҙҙән үтәсәк беренсе ултырышта ҡараласаҡ. Әгәр ҙә был законға Рәсәй Президенты ҡул ҡуйһа, законды боҙған ял итеүселәр ҙур күләмдә штрафтар түләйәсәк. Физик шәхестәргә урманға инеү – 1 мең һум, усаҡ яғыу – 1,5 – 2 мең һумға барып баҫасаҡ. Юридик шәхестәргә штраф күләме күберәк – урманға инеү 3 меңдән 5 мең һумға, ут яғыу 50 меңдән 130 меңгә барып етәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға