«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балалар өсөн яңы китаптар сыҡты



07.06.2013 Балалар өсөн яңы китаптар сыҡты

Балалар өсөн яңы китаптар  сыҡты Зәйнәп Бейешева исемендәге «Китап» нәшриәте мәктәпкәсә һәм башланғыс мәктәп йәшендәге балала өсөн дүрт китаптан торған төҫлө уҡыу – белем алыу серияһын сығарҙы. Уларға «Аҡбуҙат» республика балалар журналы биттәрендә донъя күргән әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар, комикстар һәм инглиз теле дәрестәре тупланған. Проекттың авторы – журналдың баш редакторы Тамара Юлдашева.
«Мин – шағир!» исемле беренсе өлөштә Фәүзиә Рәхимғолова исеменә приз конкурсы еңеүселәренең шиғырҙары индерелһә, «Урманйән менән нимә булды?» тип аталған икенсе китапта Фәйрүзә Фәтхуллинаның әкиәттәре һәм хикәйәләре тупланған. Серияның өсөнсө өлөшө «Шашкалар иленә сәйәхәт» һәм унда яҡташыбыҙ, халыҡ-ара шашка буйынса биш мәртәбә донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина төҙөгән мәсьәләләргә бағышланған.
Дүртенсе йыйынтыҡ «Инглизсә һөйләшәбеҙ» тип аталған. Унда Айнар Байбулатов балаларҙы сит ил теле менән уйындар һәм комикстар аша таныштырасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға