«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Янғындар урманды аямай



07.06.2013 Янғындар урманды аямай

Янғындар урманды аямай Республикала июнь башынан алып өс урман яныу осрағы теркәлгән, янғындың дөйөм майҙаны 7 гектар тәшкил итә. Баймаҡ һәм Бәләбәй райондары биләмәһендә сыҡҡан янғындар тиҙ арала һүндерелде. Өфө урмансылығындағы ут сығыу осрағы буйынса әле тикшереү эштәре бара.
Быйыл бөтәһе 5 урман янғыны теркәлгән, уларҙың икәүһе халыҡтың ут менән һаҡ эш итмәүе арҡаһында сыҡҡан. 26 гектар урман зыян күргән.
Республиканың урман хужалығы белгестәре әлеге көндә урмандарҙы ентекле күҙәтеүгә алған. Мәҫәлән, кисә урман патрулендә 900-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Алдағы көндәрҙа һауа температураһының күтәрелеүе көтөлә, тәбиғәт ҡосағына сығыусылар ҙа күп буласак. Шуны иҫәпкә алып, халыҡ ут менән һаҡ эш итһен ине.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға