«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Самолетҡа билетты ярты хаҡҡа алырға мөмкин



07.06.2013 Самолетҡа билетты ярты хаҡҡа алырға мөмкин

Самолетҡа билетты ярты хаҡҡа алырға мөмкин Волга буйы федераль округы биләмәһендә самолета осоу өсөн билетты ярты хаҡҡа алырға мөмкин. Хаҡтың ҡалған яртыһы дәүләт тарафынан ҡапланасаҡ. Әлеге ваҡытта Өфөнән льготалы хаҡҡа Йошкар - Ола, Ҡазан, Киров, Түбәнге Новгород, Ырымбур, Пенза, Пермь, Һамар, Ульяновский, Чебоксары ҡалаһына осорға мөмкин. Ҡазан йүнәлеше иң популяр булып тора, ә Өфөгә Ҡазандан һәм Пермдан киләләр.
Май айында «Өфө» халыҡ-ара аэропортында был проект буйынса 228 рейста 1576 кеше хеҙмәтләндерелгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға