«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хеҙмәт семестрын уңышлы үткәрәсәктәр!



07.06.2013 Хеҙмәт семестрын уңышлы үткәрәсәктәр!

Хеҙмәт семестрын уңышлы үткәрәсәктәр! Советтар Союзы мәлендә юғары уҡыу йорттарында белем алыусылар «ССО»ларҙа – студент төҙөлөш отрядтарында ҡатнашыуҙары тураһында һағынып иҫкә ала. Ваҡыт үтһә лә, бындай формалағы хеҙмәт тәрбиәһе биргән ойошмалар бөтмәгән. Әлеге ваҡытта БДУ-ның Сибай институтындағы «Ирәндек» төҙөлөш отряды бер нисә йыл рәттән уңышлы эшләп килә. Быйылғы «хеҙмәт семестры»н отряд 25 майҙа башланы. Улар дөйөм ятаҡта ремонт, уҡыу йортоноң агробиостанцияһында йәшелсә үҫтереүгә, төп корпуста хужалыҡ блогы һәм гараж төҙөүгә йәлеп ителгән.
«Ирәндек»тә ҡатнашыусыларға эш хаҡы түләнә, уларҙы бушлай ашатыу ойошторолған. Бынан тыш, отрядта эшләүсе 50-нән ашыу егет һәм ҡыҙ көҙгөһөн дөйөм ятаҡҡа конкурсһыҙ йәшәргә урынлашасаҡ. Йәй буйы йәмғеһе 21 көндән өс хеҙмәт сменаһы буласаҡ, уларҙың һәр береһендә 12-шәр студент ҡатнашасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға