«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларының юбилейҙарына оло бүләк буласаҡ



07.06.2013 Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларының юбилейҙарына оло бүләк буласаҡ

Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларының юбилейҙарына оло бүләк буласаҡ Баймаҡ ҡалаһы быйыл үҙенең 75, ә Сибай 2015 йылда 60 йыллығын билдәләйәсәк. Ошо иҫтәлекле датаға арнап, был ҡалаларҙың тарихын, арҙаҡлы шәхестәрен, иҫтәлекле урындарын, данлыҡлы ойошмаларын сағылдырған энциклопедия донъя күрәсәк. Баҫмалар «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексында әҙерләнә.
Әле нәшриәттә Гөлдәр Ишкинина етәкселегендә шәхси баҫмалар бүлеге хеҙмәткәрҙәре «Баймаҡ» энциклопедияһын баҫырға әҙерлек буйынса ҡыҙыу эш алып бара. Һүҙлек төҙөлгән, авторҙарға мәҡәлә яҙыу өсөн заказдар бирелгән, ә килгәндәре мөхәррирләнеп, факттары тикшерелеп, контроль бүлегенә тапшырыла. Китап быйыл уҡыусыларҙы ҡыуандырыр, тип күҙаллайҙар.
Сибай тураһындағы ғилми, тарихи, библиографик мәҡәләләрҙе бер баҫмаға туплау энциклопедия сығарыуҙың төп маҡсаты булып тора. Әлеге ваҡытта ҡала предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәр һәм ветерандар исемлектәрен әҙерләй.
Сибайҙа йәшәгән һәр кеше үҙенең мәғлүмәтен тәҡдим итә ала. Уларҙы ҡала округы хакимиәтенә йәки «энциклопедия өсөн» билдәһе менән admin_sibai07@mail.ru адресына ебәрергә мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға