«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бәләкәй авиация һөйөүселәр «Асыҡ күк»кә йыйыласаҡ



06.06.2013 Бәләкәй авиация һөйөүселәр «Асыҡ күк»кә йыйыласаҡ

Бәләкәй авиация һөйөүселәр «Асыҡ күк»кә йыйыласаҡ 27 – 29 июндә Кушнаренко районындағы Первушино аэродромында бәләкәй авиация һөйөүселәрҙең «Асыҡ күк» исемле Бөтә Рәсәй слеты үтәсәк. Унда шулай уҡ махсуслаштырылған күргәҙмә уҙғарыу ҡаралған.
27 июндә сараны асыу тантанаһында авиация темаһына «түңәрәк өҫтәл»дәр ойоштороласаҡ. Ә иртәгеһенә тамашасылар иғтибарына күргәҙмә һәм ҡатнашыусыларҙың самолеттары тәҡдим ителәсәк. Йәмғеһе 50-нән ашыу Рәсәй һәм сит ил һауа аппараты күрһәтеләсәк. Ә киске сәғәт 7-лә осоуҙар башланасаҡ. Шул уҡ ваҡытта «Асыҡ кухня» исемле беренсе республика фестивале үтәсәк. Унда Өфөнөң иң яҡшы ресторандары Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ–түлектән аш-һыу әҙерләүҙә ярышасаҡ. Иң аҙаҡтан юғары пилотаж буйынса донъяның абсолют чемпионы Виктор Чмаль күрһәтмә осош менән сығыш яһаясаҡ.
29 июндә иртәнге сәғәт 11-ҙә «Күк виртуоздары» авиация шоуы башланасаҡ. Ерҙә статик эскпозицияларҙы ҡарарға, ә күктә утыҙҙан ашыу самолет ҡатнашлығында ҙур шоуҙы күҙәтергә мөмкин буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға