«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Артезиан һыуы һатыла башланы



06.06.2013 Артезиан һыуы һатыла башланы

Артезиан һыуы һатыла башланы Баш ҡала урамдарында «Эсергә яраҡлы артезиан һыуы, 1 литрының хаҡы - 3 һум» тигән яҙыулы киоскылар урынлаштырылды. һатыусылар һыуҙы һатып алыусы тотоп килгән һауытҡа ҡойоп бирә.
Бындай ысул менән таҙа һыу һатҡан фирма апрель айы аҙағында барлыҡҡа килә. Эсергә яраҡлы артезиан һыуын тауарға әйләндереү идеяһы Киров ҡалаһы эшҡыуарының башына килә. Ул план төҙөй, бизнесына патент ала һәм эшкә керешә. Әйтергә кәрәк, был йүнәлештәге бизнесҡа хоҡуҡты унан Пермь, Ырымбур һәм Ҡазан эшҡыуарҙары һатып алған. Ниһайәт, сират Өфөгә лә килеп етте.
Шишмә районының Һайран ауылы янындағы сважинанан алыған һыу киоскыларға көн дә автоцистерна менән килтерелә. Сважина 1974 йылда бырауланған, уның янында цех төҙөлгән. Тиҙҙән унда 20 литрлыҡ шешәләргә һыу ҡойоу цехы асыласаҡ.
Әлеге ваҡытта баш ҡалала алты киоск урынлаштырылған, уларҙың дүртәүһе эшләй. Өс сауҙа нөктәһе Нагаев, Зубов һәм Чесноковка ҡасабаларында асылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға