«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эльбрус Ниғмәтуллин – Баймаҡта!



06.06.2013 Эльбрус Ниғмәтуллин – Баймаҡта!

Эльбрус Ниғмәтуллин – Баймаҡта! 8 июндә республиканың байтаҡ районында хеҙмәт байрамдары – һабантуйҙар үтәсәк. Уларҙа ауыл хужалығы, сәнәғәт, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙә тырышып эшләүселәр тәбрикләнәсәк, спорт ярыштары үтәсәк, күңел асыу программалары тәҡдим ителәсәк.
Баймаҡ районы ла һабантуйҙы гөрләтеп үткәрергә уйлай. Йәмле Граф күле янында уҙасаҡ байрамға билдәле ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә. Улар араһында донъяла, Рәсәйҙә һәм республикала танылыу яулаған баһадир, «Рәсәйҙең иң көслө атлеттары федерацияһы» вице-президенты Эльбрус Ниғмәтуллин да бар. Ул үҙенең баһадирҙар командаһы менән стронгмен–шоу уҙғарасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға