«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тимер юл билеттарының хаҡын төшөрөргә теләһәгеҙ…



05.06.2013 Тимер юл билеттарының хаҡын төшөрөргә теләһәгеҙ…

Тимер юл билеттарының хаҡын төшөрөргә теләһәгеҙ… Бының өсөн уларҙы үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү транзакция терминалдары аша һатып алырға кәрәк. Ул осраҡта «Федераль пассажирҙар компанияһы» поездарына юл йөрөү документтары өсөн 4 процент ташлама буласаҡ. Был акция Рәсәй эсендә йөрөгән купе, СВ, «Люкс» класындағы вагондарға ҡағыла. Калининград өлкәһендәге бәйләнешкә ташламалы билет алып булмай.
Әлеге ваҡытта тимер юлдары селтәрендә йәмғеһе 271 терминал эшләй. Ә Куйбышев тимер юлындағы Һамар, Өфө, Пенза вокзалдарында 9 терминал урынлаштырылған.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән Куйбышев тимер юлының рәсми сайтында танышырға мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға