«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Нәшриәттең эше юғары баһаланды



05.06.2013 Нәшриәттең эше юғары баһаланды

Нәшриәттең эше юғары баһаланды Зәйнәп Бейешева исемендәге «Китап» нәшриәте 30 майҙан 1 июнгә тиклем Пермдә үткән Китап йәрминкәһендә ҡатнашты. Унда үҙәк һәм төбәк нәшриәттәре, китап магазиндары, журнал һәм гәзит редакциялары, китап продукцияһын күмәртәләп һәм ваҡлап һатыусыларҙың рус телендәге китаптары тәҡдим ителде,
Рус теле нигеҙендә гуманитар хеҙмәттәшлекте нығытыу, мәҙәниәт, мәғариф һәм нәшриәт өлкәләрендә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү сараның төп маҡсаттары булып торҙо.
Күргәҙмә «Европа менән Азия араһында рус теле» халыҡ-ара гуманитар форумы барышында ойошторолдо. Унда федераль һәм төбәк власы органдары вәкилдәре, дипломаттар, гуманитар хеҙмәттәшлек өлкәһендәге эксперттар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар, рус теле уҡытыусылары, китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Күргәҙмә йомғаҡтары буйынса «Китап» нәшриәте дипломға лайыҡ булды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға