«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөтә ил буйынса берҙәм йәрминкә булыуы ихтимал



05.06.2013 Бөтә ил буйынса берҙәм йәрминкә булыуы ихтимал

Бөтә ил буйынса берҙәм йәрминкә булыуы ихтимал Август айының һуңғы шәмбеһен йәрминкә итеүҙәре мөмкин. Тап ошондай закон проекты РФ Дәүләт Думаһына тауыш биреүгә йүнәлтелгән. Бар ил буйынса үтәсәк был сауҙа сараһында кешеләр үҙҙәренә кәрәкмәгән әйберҙәрҙе һата аласаҡ. Шулай уҡ миҙгелгә ярашлы, фермерҙар, ауыл хужалығы предприятелары сауҙаға көҙгө уңыш сығарасаҡ.
Проектҡа ярашлы, һатыу өсөн урындар бушлай биреләсәк. Шулай уҡ әйберҙәр һатыуҙан килгән килем өсөн һалым алынмаясаҡ. Дәүләт тарафынан бындай йәрминкәләрҙә сауҙаға сығарыуға тыйылған әйберҙәр исемлеге төҙөләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға