«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә - яңы спорт комплексы



05.06.2013 Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә - яңы спорт комплексы

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә - яңы спорт комплексы Баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендәге Ҡашҡаҙан күле янында физкультура–һауыҡтырыу комплексы сентябрь айында үҙ ишектәрен асасаҡ. Унда бер үк ваҡытта 200 кеше спорт менән шөғөлләнә, бассейнда йөҙә ала. Әлеге ваҡытта комплекста йөҙлөкләү эштәре бара.
Ҡоролмала спортсылар, һауығырға теләүселәр һәм балалар өсөн өс бассейн буласаҡ. Бынан тыш, тренажер һәм фитнес залдары йыһазландырыласаҡ. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус күтәргестәр һәм пандустар ҡороласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға