«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Авиация һөйөүселәр өсөн яҡшы яңылыҡ



05.06.2013 Авиация һөйөүселәр өсөн яҡшы яңылыҡ

Авиация һөйөүселәр өсөн яҡшы яңылыҡ Апрелдә «Өфө» халыҡ–ара аэропортында республикала әлегәсә үткәрелмәгән масштаблы сара – плейн - споттинг ойошторолдо. Һауа гаване етәкселеге менән килешеп уҙғарылған был сарала Волга буйы федераль округынан килгән авиация һөйөүселәр аэропорттың бар урынында булды, самолеттарҙың осоп киткәнен, ергә ултырғанын, хеҙмәтләндерелеүен күҙәтте, фотоға һәм видеоға төшөрҙө.
Был споттингта авиация һөйөүселәр Советтар Союзының һуңғы күләмле проекты – «Энергия - Буран» күп ҡулланылышлы космос транспорт системаһын булдырыу барышында төҙөлгән осоп китеү - ултырыу һыҙатында да ҡараны. Ул ҡоролмаға «Буран» орбиталь космопланы ултырырға тейеш булған.
Тулыраҡ мәғлүмәт, фото һәм видеолар менән «Бәйләнештә» селтәрендәге «Споттинг Spotting Өфө _Һауаға айырылыу нөктәһе_ » проектында танышырға мөмкин. Адресы – https://vk.com/spottingufa
Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа аэропортта тағы ла споттинг булыуы тураһында белдерәбеҙ. Дуҫтар, әйтелгән төркөмдө ҡарап барығыҙ, сараның ҡасан үтәсәге тураһында алдан хәбәр ителәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға