«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Билдәле фоторәссамдар - Башҡортостанда



04.06.2013 Билдәле фоторәссамдар - Башҡортостанда

Билдәле фоторәссамдар - Башҡортостанда Донъяның туғыш иленән йыйылған фоторәссамдар Башҡортостан буйлап бер аҙналыҡ фототурға юлланасаҡ. Улар республикабыҙҙың матур урындарын фотоға төшөрөү өсөн Төркиә, Италия, Бразилия, Һинлдостандан, Ҡытайҙан һәм ШОС һәм БРИКС-ҡа ингән башҡа илдәрҙән киләсәк. Ижадсылар Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка, Стәрлебаш райондарында буласаҡ.
Акцияла «The Hindu» төп һинд гәзитенең яңылыҡтар хеҙмәтенең баш фотохәбәрсеһе Риту Радж Конвар, Бразилияның билдәле фоторәссамы Кайо Вилела һәм Ҡытайҙан килгән аэрофотография оҫтаһы Чэнь Джонге ла ҡатнашасаҡ.
Фототур 5 июндә башланып, 12 июндә тамамланасаҡ. Бер юлы акцияла ҡатнашыусыларҙың алты шәхси күргәҙмәһе лә асыласаҡ. Улар менән БР Милли музейында (Совет урамы, 14) һәм «Академия» арт галереяһында (Чернышевский урамы, 145) танышырға буласаҡ.
Был фототур «Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт - 2013» XXIII Халыҡ – ара акцияһының һәм «Беҙ һинең балаларың, Ер планетаһы» фото фестивале барышында үткәрелә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға