«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республика символдары өсөн тауышты әүҙемерәк бирәйек!



04.06.2013 Республика символдары өсөн тауышты әүҙемерәк бирәйек!

Республика символдары өсөн тауышты әүҙемерәк бирәйек! «Рәсәй 10» интернет акцияһы дауам итә. Әлеге ваҡытта Волга буйы федераль округындағы ярышта лидерҙар араһында көс һынашыу тауыш биреүҙән алып ташлап, бан исемлегенә индерелеү, «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдәрҙәге йәнле фекер алышыу, телевидениела тапшырыуҙар күрһәтеү менән аралашып бара. Яңыраҡ Стәрлетамаҡ шихандары өсөн тауыш биреп булманы. Шөкөр, был символ ярышҡа кире индерелде.
Әлеге ваҡытта лидерҙар рәтендә Стәрлетамаҡ шихандары, Түбәнге Новгород кремле һәм Салауат Юлаевтың һәйкәле килә. Улар 254 мең, 252 мең һәм 237 мең тауыш йыйған. Күреүегеҙсә, беренсе һәм икенсе урында килеүселәр араһындағы айырма ни бары 2 меңде тәшкил итә. Шуға күрә лә шихандар өсөн көн һайын тауыш бирәйек!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға