«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Рәсәйҙең йәшел ҡалаһы» - Стәрлетамаҡ!



04.06.2013 «Рәсәйҙең йәшел ҡалаһы» - Стәрлетамаҡ!

 «Рәсәйҙең йәшел ҡалаһы» - Стәрлетамаҡ! 8 июндә Стәрлетамаҡта Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған һәм ҡала халҡының экологик мәҙәниәтен күтәреүгә йүнәлтелгән «Рәсәйҙең йәшел ҡалаһы» байрамы үтәсәк.
Программала Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда ижади коллективтарҙың сығыштары, спорт ярыштары, төрлө конкурстар үткәреү ҡаралған. Байрам ҡунаҡтары өсөн сәй эсеү урындары ойоштороласаҡ. Был көндө шулай уҡ «Ҡалдыҡтарҙан мода - 2013» конкурсы ла уҙғарыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға