«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөнөң дә глобусы бар



03.06.2013 Өфөнөң дә глобусы бар

Өфөнөң дә глобусы бар Интернет селтәрендәге «Тере журнал» ресурсында http://nehludoff.livejournal.com/ адресы буйынса Өфөнөң панорамалы фотоһүрәттәрен ҡарарға мөмкин. Унда Салауат Юлаев һәйкәле, Ҡунаҡһарай, Дуҫлыҡ монументы һәм «Ләлә - Тюльпан» мәсетен һүрәтләнгән. Улар ҡыҙыҡлы алым менән төшөрөлгән – радио менән идара ителеүсе дүрт йәки алты һауа винты булған вертолетҡа – коптерға фотоаппарат нығытылған. Артабан был һауа аппараты ҡоштар осҡан бейеклеккә күтәрелә һәм тулы әйләнеш менән күп тапҡыр фотоға төшөрә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға