«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡташыбыҙ Владимир Спиваков орден менән бүләкләнде



03.06.2013 Яҡташыбыҙ Владимир Спиваков орден менән бүләкләнде

Яҡташыбыҙ Владимир Спиваков орден менән бүләкләнде Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Указына ярашлы, Рәсәйҙең Милли филармония, «Мәскәү виртуоздары» Дәүләт камера оркестрҙарының баш дирижеры, Мәскәү халыҡ-ара Музыка йорто президенты Владимир Спиваков «Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн» ордены менән бүләкләнде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 июндә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, 15 июндә Салауат ҡалаһының «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайында «Мәскәү виртуоздары» оркестрының мәрхәмәтлек концерттары үтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға