«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Ырыуҙар ташы»н күмәкләп төҙөйөк!



03.06.2013 «Ырыуҙар ташы»н күмәкләп төҙөйөк!

«Ырыуҙар ташы»н күмәкләп төҙөйөк! 2010 йылдың йәйендә, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек барышында, Торатау итәгендә «Ырыуҙар ташы» тарихи-мемориаль комплексын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителеп, уға символик нигеҙ ташы ла һалынғайны. Был һәйкәлдең үҙәген тәшкил иткән ғәйәт ҙур гранит ташҡа 40-тан ашыу башҡорт ырыуының атамалары яҙылып ҡуйылырға тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, билдәле сәбәптәр арҡаһында эш әлегә тиклем тотҡарланып торҙо.
Этнографик музейы һәм мәсете булған мемориаль комплексты төҙөү байтаҡ финанс сығымы талап итә. Яңыраҡ уҙғарылған Әйле ырыуы йыйында делегаттар ошо һәйкәл өсөн иғәнә йыйырға саҡырып, барлыҡ башҡорт ырыуҙары вәкилдәренә мөрәжәғәт итте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты советы башланғысты хуплап, төбәк, ҡала һәм район башҡорттары ҡоролтайҙарына мөһабәт һәйкәл өсөн аҡса йыйыу буйынса махсус хат ебәрҙе.
«Ырыуҙар ташы» мемориаль комплексы уникаль халыҡ һәйкәле буласаҡ. Ошоғаса Рәсәйҙә тотош халыҡҡа бағышланған һәйкәл һалынғаны юҡ. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, проектты бойомға ашырырға бурыслыбыҙ. Был – бөтөн халыҡ эше. Тап шуның өсөн дә барса милләттәштәребеҙҙе изге ғәмәлгә үҙ өлөшөн индерергә саҡырабыҙ. Эш иғәнә итеп бирелгән аҡсаның күләмендә түгел – мөмкинлегенә ҡарап быны һәр кем үҙе хәл итер. Торатауҙа милләтебеҙгә һәйкәл ҡалҡһа, рухыбыҙ нығыр, бәҫебеҙ күтәрелер, данлы тарихыбыҙ бар донъяла танылыр.
Аҡса туплау өсөн банкта махсус иҫәп асылған. Һәр кем унда иғәнәһен үҙаллы ебәрә ала. Башҡарма комитет советы йыйылған аҡсаның маҡсатҡа ярашлы файҙаланылыуын контролдә тотасаҡ.

Реквизиттар:
Получатель:
МСОО «Всемирный курултай (конгресс) башкир»
Расчетный счет 40703810400000000229
ИНН 0274095117
Банк получателя:
ОАО АКБ «Башкомснаббанк»
БИК 048073842
к/с 30101810800000000842
Бөтә донъя башҡорттары
ҡоролтайының башҡарма
комитеты советы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға