«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры реконструкцияға ябыла



03.06.2013 Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры реконструкцияға ябыла

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры реконструкцияға ябыла 11 июндә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры үҙенең 75-се ижад миҙгелен тамамлай. Шулай уҡ ваҡытта ижади коллектив урынлашҡан тарихи бина ла бер йылға реконструкцияға ябыласаҡ. Ремонт эштәре ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттары айҡанлы башҡарыласаҡ. Театрға тышҡы һәм эске яҡтан капиталь ремонт эшләнәсәк, быға бюджеттан аҡса бүленгән. Архитектура ҡомартҡыһының тышҡы яҡ кирбестәренә махсус таҙартыу үткәреләсәк, фойены өҫтәмә биҙәү маҡсатында декоратив элементтар ҡулланыласаҡ, тамашасы залының ултырғыстары алмаштырасаҡ. Бөтә эштәр бер йылға иҫәпләнгән. Шуға ла коллективҡа бер ни тиклем ауырлыҡ күрергә тура киләсәк. Артистарға репетициялар уҙғарыу мөмкинлеге ҡала, ә спектаклдәр ҡаланың ҡуртымға алынған мәҙәниәт һарайында үтәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға