«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Филармония концерттарына рәхим итегеҙ!



03.06.2013 Филармония концерттарына рәхим итегеҙ!

Филармония концерттарына рәхим итегеҙ! Тиҙҙән Башҡорт дәүләт филармонияһының концерт миҙгеле тамамланасаҡ. Ошо сәбәпле БР Милли симфоник оркестры дүрт концерт программаһы әҙерләгән.
13 июндә киске сәғәт 7-лә филармонияның Ҙур залында (Гоголь урамы, 58) немец романтизмы музыкаһы концерты үтәсәк. Унда «Дон Жуан» поэмаһы һәм Рихард Штраустың валторна менән оркестр өсөн беренсе концерты башҡарыласаҡ. Был көндө тамашасылар иғтибарына күренекле композитор Рихард Вагнерҙың билдәле опералары - «Тангейзер», «Лоэнгрин», «Нюрнберг мейстерзингерҙары», «Тристан һәм Изольда»нан өҙөктәр тәҡдим ителәсәк.
20 июндә сәнғәт училищеһының концерт залында (Пушкин урамы, 103а) Герман Ким етәкселегендәге Милли симфоник оркестр халыҡ-ара конкурстарҙың йәш лауреаттарының сығышын оҙатасаҡ. Солистар: флейтасы Дарина Гусева, скрипкасы Михаил Дормидонтов, пианист Тимур Миңлебаев, ҡумыҙсы Аяз Нухов.
27 – 28 июндә сәнғәт училищеһының концерт залында үтәсәк «Саундтрек-концерт» та иғтибарға лайыҡ. Кисәлә оркестр бик популяр кинофильмдарҙың музыкаһын башҡарасаҡ. Улар - «Балдаҡтар бойороусыһы», «Йондоҙ һуғыштары», «Аватар», «Бетмэн», «Тиффани янындағы иртәнге сәй», «Кариб диңгеҙе пираттары», «Юра периоды паркы», «Титаник» һәм «Симпсондар» йәнһүрәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға