«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Ҡырыҫ Силәбе» метеоритын күрергә мөмкин



31.05.2013 «Ҡырыҫ Силәбе» метеоритын күрергә мөмкин

«Ҡырыҫ Силәбе» метеоритын күрергә мөмкин Февраль айында бар илебеҙҙе шаулатҡан Силәбе метеоритын хәҙер баш ҡала планетарийына килеүселәр күрә аласаҡ. Үҙенсәлекле күргәҙмәлә метеориттың бер сантиметр диаметрлы һәм бер нисә грамм ауырлығындағы өлөшсәләре күрһәтелгән. Был «йыһан ҡунағы» 19 февралдә Силәбе өлкәһенең Еткуль районындағы Депутат ауылы янында табылған. Әйтергә кәрәк, Өфө планетарийы метеориттың ҙурыраҡ өлөштәрен табыу өсөн ул яҡҡа экспедиция ойошторған, ләкин уның һөҙөмтәләре ҡыуандырырлыҡ булмаған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға