«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Экомобилдең сираттағы туҡталышы



31.05.2013 Экомобилдең сираттағы туҡталышы

Экомобилдең сираттағы туҡталышы Иртәгә - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Өфөлә «Беҙҙең ваҡыт етте» балалар фестивале үтәсәк. Әйтергә кәрәк, был сараның программаһы бик бай. Унда бейеү флешмобы, балалар анимацияһы үткәреләсәк, ҙур ижади панно төҙөләсәк, вокал һәм бейеү коллективтар, көнсығыш көрәштәре, паркур оҫталарының күрһәтмә сығыштары буласаҡ.
Фестиваль сиктәрендә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса мөһим акция үтәсәк. «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының хеҙмәткәрҙәре экомобилдә килеп, составында терегөмөш булған әйберҙәрҙе ҡабул итәсәк. Бының өсөн сәғәт 12-нән төшкө сәғәт 3-кә тиклем Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанға килергә кәрәк. Энергияны аҙ сарыфлаған, люминесцентлы лампалар, термометрҙар һәм градусниктарҙы ташлап, яҡындарығыҙҙы терегөмөш менән ағыуланыу хәүефенә дусар иткәнсе, был әйберҙәрҙе махсус утилләштереүгә тапшырыу хәйерле.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға