«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сыуашстанда Башҡортостан көндәре бара



31.05.2013 Сыуашстанда Башҡортостан көндәре бара

Сыуашстанда Башҡортостан көндәре бара Кисә Сыуашстанда Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт көндәре башланды. Төп саралар Сыуаш опера һәм балет театрында үткәрелә. Был сара республикалар араһындағы иҡтисади, мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу килешеүенә ярашлы уҙғарыла.
Мәҙәниәт көндәрендә БР Президенты Р.З. Хәмитов, Сыуашстан Республикаһы етәксеһе М.В. Игнатьев, БР Хөкүмәте Премьер - министр урынбаҫары Л.С. Ғүмәрова, БР Мәҙәниәт министры Ә.И. Шафиҡова һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнаша.
Байрам тантанаһы республикабыҙҙың сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында концерт менән асылды. Унда “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, “Контраст” өлгөлө йыр һәм бейеү ансамбле, Халыҡ - ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары Дилара Иҙрисова, Екатерина Ямщикова һәм оҫта ҡурайсы Марсель Сәйетов һәм башҡалар ҡатнашты.
Опера театры фойеһында Башҡортостандың мәҙәниәте менән таныштырған фильм күрһәтеү ҙә үтәсәк. Милли музей фондынан «Башҡортостан – Евразия ынйыһы», «Башҡорт халҡының материаль мәҙәниәте» күргәҙмәләре эшләй. К.В. Иванов исемендәге Сыуаш дәүләт академия драма театры сәхнәһендә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектакле менән сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ филармонияһының «Сарби» сыуаш эстрада-фольклор коллективы саранан ситтә ҡалмаясаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға