«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юғары тиҙлекле тимер юл магистрале Өфө аша һалынасаҡ



31.05.2013 Юғары тиҙлекле тимер юл магистрале Өфө аша һалынасаҡ

Юғары тиҙлекле тимер юл магистрале Өфө аша һалынасаҡ Мәскәү – Ҡазан – Екатеринбург юғары тиҙлекле тимер юл магистрале Өфө аша үтәсәк.
— Юғары тиҙлекле магистралдәр төҙөү стратегияһына беҙ ҙә эләктек. Һүҙ Өфө аша үтәсәк Мәскәү – Ҡазан – Екатеринбург магистрале төҙөү тураһында бара, — тип хәбәр итте Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Moody’s Investors Service компанияһы аналитиктары менән осрашыуҙа. – Ошо көндәрҙә белгестәрҙең килеүен көтәбеҙ. Транспорт коридоры төҙлөшөн ентекле тикшерәсәкбеҙ.
Рәсәйҙә тимер юл бәйләнешен үҫтереү мөмкинлектәре яңыраҡ Сочиҙа үткән кәңәшмәлә тикшерелде. Сарала Рәсәй Президенты Владимир Путин да ҡатнашты.
Магистраль РФ Президентының «Рәсәй Федерацияһында юғары тиҙлекле тимер юл транспорты хәрәкәтен ойоштороу саралары тураһында»ғы Указына ярашлы төҙөлә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға