«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы китапхана сайты» IV Республика конкурсы тамамланды



28.05.2013 «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы китапхана сайты» IV Республика конкурсы тамамланды

 «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы китапхана сайты» IV Республика конкурсы тамамланды Иртәгә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы китапхана сайты» IV Республика конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү танатанаһы үтә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул 2013 йылдың 26 февраленән 19 апреленә тиклем дауам итте. Унда республиканың ҡала - райондарынан 33 китапхана ҡатнашты. Еңеүселәр түбәндәге номинацияларҙа билдәләнде:
- «Ҡаланың иң яҡшы китапхана сайты»,
- «Райондың иң яҡшы китапхана сайты»,
- «Балалар һәм йәштәр китапханалары араһында иң яҡшы сайт»,
- «Моделле китапханалар араһында иң яҡшы сайт».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға