«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә Һиндостан көнө үтәсәк



28.05.2013 Өфөлә Һиндостан көнө үтәсәк

Өфөлә Һиндостан көнө үтәсәк 29 майҙа баш ҡалабыҙҙың «Родина» кинотеатрында Һиндостан көнө үтәcәк.
Тамашаға килеүселәр был ғәжәйеп илдең бай мәҙәни тарихы, ҡыҙыҡлы кешеләре менән таныша аласаҡ. Кисәлә үҙенсәлекле милли аш-һыу ҙа тәҡдим ителәсәк.
Программала һинд бейеүҙәре һәм көйҙәре, фильмдар ҡарау, милли аш-һыу ҡаралған. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бер кем дә сувенирһыҙ ҡалмаясаҡ.
Мәҙәниәт байрамы киске сәғәт 6-ла башлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға