«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Быҙау урлаусылар тотолған



28.05.2013 Быҙау урлаусылар тотолған

Быҙау урлаусылар тотолған Мәләүез районында быҙау урлаусылар тотолған. Юл - пост хеҙмәткәрҙәре «Лада - Приора» автомобилен туҡтатып, 23 йәшлек водитель менән аралашгҡан саҡта, уның ныҡ тулҡынланғанын һиҙеп ҡала. Автомобилде тикшергән мәлдә, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре багажникта дүрт ике айлыҡ быҙауҙы күрә.
Йәш малды урлауға агросәнәғәт предприятиеһында эшләгән 40 йәшлек ҡатындың да ҡыҫылышы булыуы ла асыҡланған. Ул әлеге ваҡытта ғәйебен таныған, быҙауҙар фермаға кире ҡайтарылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алыныусының ошондай башҡа енәйәттәргә ҡыҫылышын тикшерә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға