«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Конкурстар » Конкурсҡа ашығығыҙ!!! Тиҙ арала!!!



28.05.2013 Конкурсҡа ашығығыҙ!!! Тиҙ арала!!!

Конкурсҡа ашығығыҙ!!! Тиҙ арала!!!“БЕҘҘЕҢ ӨЙҘӨҢ ЙӘМЕ” фотоконкурсы
Һәр ата-әсә үҙ балаһы менән ғорурлана. Тик уның улы, йәки ҡыҙы иң аҡыллыһы, иң һөйкөмлөһө, иң һәләтлеһе. Бәләкәстәрегеҙ хаҡында бар республика белеүен теләйһегеҙме? Улайһа, “БЕҘҘЕҢ ӨЙҘӨҢ ЙӘМЕ” фотоконкурсында ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Уның шарттары ябай:
– 10 йәшкә тиклемге балағыҙҙың үҙенсәлекле фотоһын “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Йәшлек”кә ебәрегеҙ (http://vk.com/blog.ye02). Исем-фамилияһын, йәшен күрһәтергә онотмағыҙ;
– балағыҙҙың шөғөлө, ҡаҙаныштары, ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында бер-ике һүҙ яҙығыҙ;
– фотолар “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Йәшлек” битенең диуарына, гәзиттең сайтына ҡуйыласаҡ һәм тауыш биреү буласаҡ;
– иң күп тауыш йыйған фотолар “Йәшлек” гәзитендә баҫыласаҡ. Ә еңеүсене махсус бүләк көтә.

30 майҙа конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ. Ашығығыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға