«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәйҙе һатып билдәлелек яуланы



27.05.2013 Рәсәйҙе һатып билдәлелек яуланы

Рәсәйҙе һатып билдәлелек яуланы Яңыраҡ беҙ Бәләбәй ҡалаһында йәшәүсе егеттең «E-bay» интернет аукционында Рәсәйҙе һатыуы тураһында яҙғайныҡ. Икһеҙ – сикһеҙ илебеҙҙең хаҡын һатыусы 31 тиндән ҡуйғайны. Был лот артабан 100 мең долларға тиклем артҡан. Әйтергә кәрәк, аукцион етәкселеге был «тауар»ҙы һатып булмауын шунда уҡ аңлап ҡалған һәм лотты алып ташлаған.
Был хәл илдә ҙур танылыу яулай, хата Беренсе каналдан күрһәтелгән «Киске Ургант» тапшырыуында ла күрһәтелде. Илде һатыу тарихы телевидение, интернет селтәренә эләккәс, сауҙагәр егеттең хыялы, ниһайәт, тормошҡа ашты – уның тураһында хәҙер бар кеше лә белә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға