«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Ерҙең киләсәге – беҙҙең киләсәк»



24.05.2013 «Ерҙең киләсәге – беҙҙең киләсәк»

«Ерҙең киләсәге – беҙҙең киләсәк» Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, БР Милли музейы Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған «Ерҙең киләсәге – беҙҙең киләсәк» тип аталған балалар һүрәттәренең асыҡ республика конкурсын уҙғара.
Унда ҡатнашыу өсөн түбәндәге тематик бүлектәр буйынса бер йәки бер нисә һүрәт төшөрөп ебәрергә кәрәк:
«Тыуған яҡты үҙебеҙгә һаҡларға»
«Турист – тәбиғәттең дуҫы»
«Постер – тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙы пропагандалаусы»
«Кейектәр - кесе туғандарыбыҙ»
Конкурста 3 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Эштәр 1 майҙан 30 ноябргә тиклем Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14 адресы буйынса ҡабул ителә.
Һәр бер тематик бүлек буйынса призды урындар ҡаралған.
Һорауҙар менән түбәндәге телефонға шылтыратырға: Карина Каримова 8(347)272-32-54 электрон адрес: org.metod.nmrb@mail.ru







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға