«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ел тетрәүе Өфө халҡына ла һиҙелде



24.05.2013 Ел тетрәүе Өфө халҡына ла һиҙелде

Ел тетрәүе Өфө халҡына ла һиҙелде Бөгөн иртәнге сәғәт 11 тирәһендә Өфө ҡалаһының күп урынында кешеләр ер һелкенеүен тойҙо. Тәҙрә ҡорғандарының еңелсә ҡыбырлауы, иҙән һелкенеүе бөгөн иртәнсәк Петропавловск – Камчатка ҡалаһынан 403 саҡрым алыҫлығында Охот диңгеҙендә булған 8,2 магнитудалы ер тетрәүенән барлыҡҡа килгән, тип фаразланды.
Был ваҡиға айҡанлы баш ҡаланың авария – ҡотҡарыу хеҙмәте бик күп шылтыратыу ҡабул иткән, Ленин урамында урынлашҡан бизнес үҙәгендә эвакуация ла үткәрелгән.
РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, сейсмик һелкенеүҙәр ҡабатланған осраҡта иҫке йәки бейек биналарҙан тышҡа сығырға кәңәш ителә. Күп ҡатлы биналарҙың етәкселәренә коммуникация, электр системаларын, күтәреү конструкцияларын, газ торбаларын тикшерергә ҡушыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға