«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Батырҙар иле»нә йомғаҡ яһалды



24.05.2013 «Батырҙар иле»нә йомғаҡ яһалды

«Батырҙар иле»нә йомғаҡ яһалды Март һәм апрель айҙарында Сибай ҡалаһының Башҡорт балалар сәнғәт мәктәбенең «Батырҙар иле» исемле балалар һәм үҫмерҙәр ижады IV төбәк конкурсы үткәрелде. Унда кейем дизайны һәм туҡыма ижады темаһына ҡаланың һәм күрше райондарҙың дөйөм белем биреү һәм сәнғәт мәктәптәре, балалар ижады үҙәктәре, юғары һәм урта белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре – 7 йәштән алып 22 йәшкә тиклем 250 кеше ҡатнашты.
17 майҙа Сибай тарихты һәм крайҙы өйрәнеү музейында был конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Унда БДУ-ның Сибай интитуты технология факультеты – ике беренсе дәрәжә, өс икенсе дәрәжә, бер өсөнсе дәрәжә дипломдарына лайыҡ булды. Бынан тыш, технологтар төрлө номинацияларҙа еңеүҙәр һәм сертификаттар яуланы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға