«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Тирә-яҡ мөхиткә насар тәҫьир нуль кимәленә етһен!»



24.05.2013 «Тирә-яҡ мөхиткә насар тәҫьир нуль кимәленә етһен!»

«Тирә-яҡ мөхиткә насар тәҫьир нуль кимәленә етһен!» 5 июндә «Тирә-яҡ мөхиткә насар тәҫьир нуль кимәленә етһен!» исемле бөтә Рәсәй акцияһы үтәсәк. Ул Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөнә арналған, сараны үткәреүсе рәүешендә РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы сығыш яһай.
Акция барышында илебеҙҙең бар төбәктәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан 11-гә тиклем тәбиғәткә зыян килтергән предприятиелар технологик цикл рөхсәт иткәнсә үҙҙәренең эшен туҡтатып торасаҡ. Бынан тыш, ағас ултыртыласаҡ, экологик өмәләр, тематик семинарҙар ҙа үткәреләсәк. Сарала төрлө предприятиелар, юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша аласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға