«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Субботка-Переработка» акцияһына килегеҙ!



23.05.2013 «Субботка-Переработка» акцияһына килегеҙ!

«Субботка-Переработка» акцияһына килегеҙ!  Был шәмбелә сираттағы «Субботка-Переработка» акцияһы үтәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ – уның барышында теләүселәр макулатура, полиэтилен, пластик, алюминий килтереп тапшыра ала. Артабан был ҡалдыҡтар икенсел эшкәртеүгә йүнәлтеләсәк.
Шәмбелә «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы иҫкергән, боҙолған терегөмөшлө термометрҙар һәм энергияны аҙ исрафлаған лампаларҙы ла ҡабул итәсәк.
Акция иртәнге сәғәт 11-ҙә башланасаҡ һәм сәғәт 1-ҙә тамамланасаҡ.
Ҡалдыҡтарҙы Республика балалар экология – биология үҙәгенә (а
дресы - Өфө ҡалаһы, Октябҙең 50 йыллығы урамы, 14/1) йәки «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһына (С.Кувыкин урамы, 102) алып килергә мөмкин.
Ҡалабыҙҙы таҙараҡ итәйек, яҡындарыбыҙҙы терегөмөш һымаҡ хәүефле матдәләр булған әйберҙәрҙән һаҡлайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға