«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һаҡланыу ҡоралынан атыусылар күбәйә, һаҡ булығыҙ!



23.05.2013 Һаҡланыу ҡоралынан атыусылар күбәйә, һаҡ булығыҙ!

Һаҡланыу ҡоралынан атыусылар күбәйә, һаҡ булығыҙ! Һуңғы ваҡытта республикала травматик һәм пневматик ҡорал ярҙамында яһалған енәйәттәр һанының артыуы хәүефкә һала. Үткән аҙнала Стәрлетамаҡта троллейбусҡа атып, тәҙрәләрен яралар. Ял көндәрендә Өфөлә Октябрь проспектында, БДАУ янындағы туҡталыш янында водителдәр араһында сыҡҡан низағта ла шундай ҡорал ҡулланыла.
Кисә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Иглин районы бүлегенә «Форд - Транзит» автобусы водителе мөрәжәғәт итә һәм билдәһеҙ кешеләр транспорт сараһының тәҙрә быялаларына атыуын белдерә. Ваҡиға урынына оператив хеҙмәткәрҙәр тикшереү үткәрә.
Зыян күреүсе Аҡбирҙе ауылы янындағы заправкалау станцияһында булғанда, юлдан үтеп барыусы «Рено - Логан» автомобиленән билдәһеҙ кешеләр автобус тәҙрәләренә пневматик ҡоралдан бер нисә тапҡыр ата. Дүрт быяла ярыла. Бәхеткә күрә, автобус эсендә пассажирҙар булмай, шуға күрә лә зыян күреүселәр юҡ.
Әлеге ваҡытта был енәйәт буйынса тикшереү бара.
Рәсәйҙә һәм республикала үҙ-үҙеңде һаҡлауға тәғәйенләнгән ҡорал ҡулланып яһалған енәйәттәр артыу сәбәпле, уны һатыу һәм һатып алыу, ҡулланыу буйынса закондар ҡәтғиләндереүгә ваҡыт икәнлеге көн кеүек асыҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға