«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Велосипедсылар, алға!



23.05.2013 Велосипедсылар, алға!

Велосипедсылар, алға! 2 июндә Өфөлә велотуризм буйынса А. Старков иҫтәлегенә бағышланған Башҡортостан Республикаһы Асыҡ чемпионаты уҙғарыласаҡ.
Спорт байрамының программаһы профессиональ спортсыларға һәм ябай велосипедсыларға тәғәйенләнгән. Тәүгеләре «Велоралли - Спорт», ә икенселәре - «Халыҡ велораллиһы» дистанцияларында ярышасаҡ.
Спортсылар икешәрләп түбәндәге категорияларҙа уҙышасаҡ.
• Спорт (2 ир - егет);
• Спорт (ҡыҙ һәм егет);
• Халыҡ (2 ир - егет);
• Халыҡ (ҡыҙ һәм егет).
Дистанцияның өс этабында – туристик ориентирлауҙа, тауға менеү һәм фигуралы йөрөтөүҙә велосипедсылар тактика, көс һәм техника буйынса һынау тотасаҡ. Маршруттың дөйөм оҙонлоғо 25 саҡрым тәшкил итә, уның старты һәм финишы «Медколледж» туҡталышы янындағы паркта буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға