«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡала яны тимер юл бәйләнешендә үҙгәрештәр



23.05.2013 Ҡала яны тимер юл бәйләнешендә үҙгәрештәр

Ҡала яны тимер юл бәйләнешендә үҙгәрештәр 3, 5, 7, 10 һәм 14 июндә «Өфө - Стәрлетамаҡ», «Стәрлетамаҡ -Ҡарлыман» ҡала яны тимер юл бәйләнеше ҡыҫҡартыласаҡ. «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, поездар йөрөмәгән ваҡытта Косяковка - Стәрлетамаҡ араһындағы тимер юлға капиталь ремонт үткәреләсәк.
Бәйләнеш булмаған урындарҙа пассажирҙар автобусҡа күсеп ултыра ала. Тимер юл һәм автомобиль транспортына берҙәм билет һатыласаҡ һәм шуның менән интермодаль бәйләнеш булдырыласаҡ.
Шулай уҡ «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» 26 майҙан ҡала яны электр поездарының йәйге миҙгел буйынса эшләйәсәген белдерә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға