«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Күргәҙмәләр ҡыҙыҡһындырһа…



23.05.2013 Күргәҙмәләр ҡыҙыҡһындырһа…

Күргәҙмәләр ҡыҙыҡһындырһа… Ретро автомобилдәрҙе күргегеҙ килһә, баш ҡаланың Спорт һарайына рәхим итегеҙ. Бында 28 майҙан 30 майға тиклем махсус автокүргәҙмә асыласаҡ. Экспонаттар араһында ретро һәм сит автомобилдәре буласаҡ. Бынан тыш, автозапчастар һәм төрлө аксессуарҙар күрһәтеләсәк, автомобиль акустикаһы буйынса ярыш ойоштороласаҡ.
Әйтергә кәрәк, күргәҙмәлә йәмғеһе йөҙҙән ашыу техника төрө күрһәтеләсәк. Халыҡ иғтибарына йөк һәм пассажир транспорты, махсус техника өлгөләре, скутерҙар, мотоциклдар, квадроциклдар, катерҙар, кәмәләр ҙә тәҡдим ителәсәк.
Күргәҙмәнең эшләү графигы:
28 май – иртәнге сәғәт 11-ҙән киске сәғәт 7-гә тиклем,
29 – 30 май - иртәнге сәғәт 10-дан киске сәғәт 7-гә тиклем,
31 май - иртәнге сәғәт 10-дан төшкө сәғәт 2-гә тиклем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға