«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баҡсағыҙ ҡырауҙарға бирешмәһен



22.05.2013 Баҡсағыҙ ҡырауҙарға бирешмәһен

Баҡсағыҙ ҡырауҙарға бирешмәһен Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 21 майҙан 24 майға тиклем республикала һауа температураһы минус биш градусҡа тиклем түбәнәйеп, тупраҡта ҡырау төшәсәк. Бындай һыуыҡта кәзә үләне һәм шәкәр сөгөлдөрө сығышына ҡамасаулауы мөмкин. Баҡса культуралары, сәскә атҡан емеш ағастары ла зыян күреүе ихтимал.
Шуға күрә лә баҡсасыларға ағастарҙы төтөнләргә тәҡдим ителә. Ғәҙәттә был эште таңға ҡарай, ҡояш ҡалҡып ике сәғәт үткәнсе эшләйҙәр. Һауа температураһы күтәрелгәс, төтөнләү туҡтатыла.
Бынна тыш, үҫентеләрҙе парниктар йәки полиэтилен шыптыр, һалам йәки туҡыма ярҙамында ҡапларға кәңәш ителә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға