«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Экология киноһы фестивале үтәсәк



22.05.2013 Экология киноһы фестивале үтәсәк

Экология киноһы фестивале үтәсәк Июнь баштарында Өфөлә «ЭкоСынаяҡ» халыҡ – ара экология киноһы фестивале үтәсәк. Унда тамашасыға тирә - яҡ мөхитте һаҡлау темаһына төшөрөлгән фильмдар тәҡдим ителәсәк.
Бындай сара тәүге тапҡыр 2010 йылда Мәскәүҙә уҙғарылды. Быйылғыһы иһә Рәсәй, Украина, Ҡаҙағстан ҡалаларында үтәсәк. Мәғлүмәт алыу өсөн иң яҡшыһы – документаль фильмдар. Кино сәнғәте экология проблемаларын күрһәтеп кенә ҡалмай, шул уҡ ваҡытта уларҙы хәл итеү юлдарын, киләсәккә пландар төҙөүгә ҙур этәргес көс бирә. Тап ошолар фестивалдең төп идеяһын күрһәтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға