«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Берҙәмлек – Содружество» фестивале үтәсәк



22.05.2013 «Берҙәмлек – Содружество» фестивале үтәсәк

«Берҙәмлек – Содружество» фестивале үтәсәк «Берҙәмлек – Содружество» Халыҡ-ара фестивале Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә мөһим саралар иҫәбендә. Ул халыҡ ижадын, кәсептәрен, биҙәү - ҡулланма сәнғәтен популярлаштырыу, ижади коллективтар менән ныҡлы бәйләнештәр булдырыу, төрлө мәҙәниәт һәм йолалар менән таныштырыу, мәҙәни яңылыҡтар менән уртаҡлашыу кеүек изге маҡсаттарҙы ҡуя. Халыҡ - ара берҙәмлек байрамын РФ һәм БР Мәҙәниәт министрлыҡтары, Рәсәй Дәүләт халыҡтар дуҫлығы йорто, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ғафури, Ишимбай райондары һәм Өфө, Салауат, Күмертау ҡалалары хакимиәттәре ойоштора.
Фестивалдә Рәсәйҙән генә түгел, башҡа төбәктәрҙән дә ҡатнашалар. Быйыл Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Латвия, Нигерия, Һиндостан, Польша, Тажикистан, Төркиә, Төньяҡ Осетия, Үзбәкстан, Чад кеүек илдәрҙән дә ҡунаҡтар көтөлә
Фестиваль республикала үткән быуаттың 90-сы йылдарынан алып уҙғарыла. Быйыл уны 7 – 12 июндә уҙғарыу ҡаралған. Ишембай районында байрамды асыу тантанаһы һәм ҡунаҡтар ҡатнашлығында тантаналы парад һәм концерт көтөлә. Ҡатнашыусылар Ғафури районында һабантуйҙа булып, уның йолалары менән танышасаҡ. Салауат ҡалаһында «Юрматы ере» мемориаль комплексына экскурсия һәм сәскәләр һалыу планлаштырыла. Күмертау ҡалаһында ҡунаҡтарҙы милли-мәҙәни ойошмалар менән осрашыу, ҡала буйлап экскурсия көтә. Халыҡ-ара фестиваль 12 июндә Өфөлә В.Ленин исемендәге майҙанда гала-концерт менән тамамланасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға