«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тальян байрамы шаулап-гөрләп үтте



21.05.2013 Тальян байрамы шаулап-гөрләп үтте

Тальян байрамы шаулап-гөрләп үтте 16 һәм 17 майҙа Яңауылда Фәтих Иҡсанов исемендәге призға гармунсыларҙың республика байрамы шаулап үтте.
Ул етенсе тапҡыр ойошторолдо. Башҡортостандың 11 ҡалаһы һәм 33 районынан, Удмурт Республикаһынан, Пермь крайынан, Ырымбур өлкәһенән, Ханты - Мансы автономиялы округынан ике йөҙгә яҡын гармунсы, шул иҫәптән 28 ансамбль ҡатнашты. Конкурс шарттарына ярашлы, улар ике йәш төркөмөндә (17 йәшкә тиклем һәм унан өлкәндәр) сығыш яһаны һәм икешәр әҫәр уйнап ишеттерҙе. Уларҙы ҡаланың үҙәк майҙанына йыйылған меңдән ашыу тамашасы тыңланы.
Ике көнлөк ярыш һөҙөмтәһендә гран-приға Күгәрсен районының Йомағужа ауылынан Рафиҡ Ҡотлоғужин лайыҡ булды. Уға өр - яңы гармун тапшырылды. Әйткәндәй, былтырғы конкурста ул икенсе урын алғайны.
Айырым гармунсылар араһында беренсе урынды — Учалы ҡалаһынан Игорь Сергеев менән Өфөнән Рәмил Фәйзуллин, икенсене — Благовещен ҡалаһынан Надежда Володина менән Саҡмағош районынан Рәйес Ҡаҙраев, өсөнсө урынды Яңауыл районынан Хәҙит Тохбатов, Туймазынан Йәмил Хәсәнов һәм Пермь крайының Барҙа районынан Йәүҙәт Зимасов бүлеште. Бәләбәйҙән Виктор Никулин, Асҡындан Рәүил Сәлихов, Ханты - Мансы автономиялы округынан Сергей Йәнсубаев, Кушнаренконан Ринат Бикмөхәмәтов дипломант исеменә лайыҡ булды.
Ансамблдәр араһында ла бәйге бик ҡыҙыу барҙы. Яңауыл районы балалар сәнғәт мәктәбенең Гүзәл Сәбирйәнова етәкләгән тальянсылар триоһына һәм Миәкә районының «Дим” ансамбленә (етәксеһе — Фәнир Миһранов) I урын бирелде. Икенсе урында Тәтешле районының халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле (етәксеһе — Фиғәт Зиннуров) һәм Баймаҡ районы гармунсылар ансамбле (етәксеһе — Азамат Хоҙайбирҙин), өсөнсөлә – Яңауыл районы балалар сәнғәт мәктәбенең Динара Килмәтова етәкләгән тальянсылар ансамбле.
Ейәнсура, Шишмә, Йәрмәкәй, Яңауыл ансамблдәре һәм Салауат районының гармунсылар дуэты дипломант исемен алды.
Илеш районынан 86 йәшлек Рәфис Мөслөховҡа конкурстың иң оло ҡатнашыусыһы, шул уҡ райондан алты йәшлек Әмир Шамратовҡа иң йәш ҡатнашыусы булараҡ махсус бүләктәр тапшырылды. Гармунсыларға тағы ла туғыҙ номинацияла дипломдар бирелде.
Байрам барышында ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында гармунға һәйкәл асылды.
Әйткәндәй, был сара «Рәсәй мәҙәниәте» тип аталған Маҡсатлы федераль программаға индерелде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға