«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Өйгә ҡайтыр юлды яҡтырт»



21.05.2013 «Өйгә ҡайтыр юлды яҡтырт»

«Өйгә ҡайтыр юлды яҡтырт» 25 майҙа Рәсәйҙә «Өйгә ҡайтыр юлды яҡтырт» акцияһы үтәсәк. Юғалған балалар кире ҡайтһын, бындай бәләләр ғаиләләргә ҡағылмаһын өсөн үтәсәк был сараға һәр кем киске сәғәт 11-ҙә тәҙрә янында шәм яндырып ҡушыла ала.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә һәр ярты сәғәт һайын бер бала юғала. Көн һайын юғалған 48 баланың дүртәүһе табылмай.
Был көндө шулай уҡ мәктәп уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре менән волонтерҙар осрашасаҡ. Акция барышында балалар хәүефлеҙлеге тураһында иҫкәртмәләр таратыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға