«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кеше автомобиленә ҡул һуҙһаң…



21.05.2013 Кеше автомобиленә ҡул һуҙһаң…

Кеше автомобиленә ҡул һуҙһаң… Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһы полиция хеҙмәткәрҙәре автомобиль ҡыуып алып китеү тураһындағы бер енәйәтте асыҡлай.
16 майҙа 34 йәшлек ир Индустриаль шоссе урамында урынлашҡан автосервисҡа үҙенең ВАЗ-2109 автомобилен техник хеҙмәтләндереүгә тапшыра.
Ләкин ул иртәгеһен килгәс, автомобиленең бәрелгән булыуын күрә. Был хәл нимәнән барлыҡҡа килеүен берәү ҙә аңлата алмай.
Ваҡиға урынына оператив төркөм килеп етә. Полиция хеҙмәткәрҙәре шаһиттарҙан һорау ала һәм ғәйепләнеүсене – автомобиль йыуыусы 16 йәшлек ҡыҙҙы асыҡлай.
Шуныһы билдәле – был ҡыҙ төндә ҡала буйлай йөрөргә теләп, автомобиль менән сығып китә, ләкин уны бордюрға бәрҙерә. Артабан ул автомобилде кире урынына алып килә.
Ремонтлауға ҡуйылған машинаның бәрелгән урындарын бер кем дә күрмәҫ, тип уйлаған ҡыҙ ныҡ хаталана. Хәҙер уға ҡарата енәйәт эше асылыуы ихтимал.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға