«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Башҡорт тауарҙары көнө» - Магнитогорскиҙа



21.05.2013 «Башҡорт тауарҙары көнө» - Магнитогорскиҙа

«Башҡорт тауарҙары көнө» - Магнитогорскиҙа 23 майҙан 26 майға тиклем Магнитогорск ҡалаһының И. Ромазан исемендәге Спорт һарайында «Башҡорт тауарҙары көнө» Беренсе төбәк - ара йәрминкәһе үтәсәк. Ул Башҡортостан менән Силәбе араһындағы үҙ - ара хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ярашлы уҙғарыласаҡ. Йәрминкәне ойоштороусылар - БР Хөкүмәте, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге, Магнитогорск ҡалаһы хакимиәте ярҙамында «Башҡорт сауҙа йорто» һәм «Экспо Групп Урал» компаниялары.
Ҡала халҡына республикала етештерелгән башҡорт балы, файҙалы сәйҙәр, аш - һыу, хужалыҡ тауарҙары, ҡулдан эшләнгән сувенирҙар һәм башҡа тауарҙар тәҡдим ителә.
Йәрминкәлә «Башҡорт киноһы төнө» ойошторола. Унда «Башҡортостан» киностудияһы режиссерҙары, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнаша.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға