«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Граффити сәнғәте менән танышҡығыҙ килһә



17.05.2013 Граффити сәнғәте менән танышҡығыҙ килһә

Граффити сәнғәте менән танышҡығыҙ килһә Иртәгә баш ҡала «Музейҙар төнө» халыҡ–ара акцияһына ҡушыласаҡ. Уның барышында граффити күргәҙмәһе лә үткәреләсәк. «Art-format» исемле сарала өс граффити рәссамының ижады күрһәтеләсәк. Өфө халҡы бындай урам сәнғәте стилендә биҙәлгән бүлмә өлгөләрен, картиналарҙы, эскиздарҙы һәм каллиграфия өлгөләрен ҡарай аласаҡ.
Күргәҙмә Октябрь проспекты, 84/4 адресы буйынса уҙа. Ул киске сәғәт 6-ла башланасаҡ. Сара 25 майға тиклем дауам итәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға