«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дауылдан һаҡ булығыҙ!



16.05.2013 Дауылдан һаҡ булығыҙ!

Дауылдан һаҡ булығыҙ! Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса дәүләт идаралығынан белдереүҙәренсә, 17 майҙа республика биләмәһендә дауыллы ел булыуы көтөлә. Шуға күрә лә көндөң икенсе яртыһында һәм кискеһен ҡайһы бер урындарға шторм хәүефе тураһында иҫкәртеү ебәрелгән. Елдең тиҙлеге секундына 25 метрға (90 км/сәғ) тиклем барып етәсәк. Был иһә электр сымдарын өҙөүгә, иҫке биналарҙың емерелеүенә килтереүе мөмкин.
Иртәгә шулай уҡ томан төшөү ҙә күҙаллана. Автоһөйөүселәргә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Электр үткәреүсе сымдар аҫтына, ағастар һәм ҡолау хәүефе менән янаған конструкциялар янына автомобилдәрҙе тораҡҡа ҡуйырға кәңәш ителмәй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға